Һәр ваҡыттағыса оло быуын һайлау кампанияларында ҙур әүҙемлек күрһәтә. Улар кисә үк үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәп ҡуйҙы. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан 82 йәшлек Гәүһәр инәй Моталлапова ла милли кейемдәрҙә һайлауға килгән. Ағинәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән дә була, бик матур шиғырҙар ҙа яҙа."Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа һайлауға бармайынса ҡалғаным булманы. Был барыһы өсөн дә мөһим булырға тейеш. Илебеҙҙең киләсәге өсөн беҙ тауыш бирмәй, кем бирһен", - ти ул. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк йәштәргә! Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле? Әйткәндәй, быйыл һайлау 15–17 мартта үтә. Фото һәм сығанаҡ: "Яңылыҡтар - БЮТ" #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024