Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң оло һайлаусыға бүләк тә биргәндәр

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 98 йәшлек Ғәйзулла Әблүзин бер ваҡытта ла һайлауҙы ҡалдырмай. Бөгөн дә мөһим кампаниянан ситтә ҡалмаған, үҙе барып илдең киләсәге өсөн тауыш биргән. "Мин һуғыш михнәттәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы үткәрҙек. Бөгөн дә илебеҙ тыныс түгел, шуға күрә һәр кем тотороҡло Рәсәй өсөн үҙ тауышын бирергә бурыслы. Мин 98 йәштә лә барып һайлайым, минән өлгө алығыҙ", - ти һүҙгә маһир ветеран. Афарин, хөрмәтле ветеран! Һеҙ - илебеҙҙең ғорурлығы! Иң оло һайлаусыға бүләк тә тапшырылған. Автор һәм "Баймаҡ ТВ" фотолары. #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024