Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат һайлау үҙәге эше дауам итә. Әле үҙәк менән бәйләнешкә һайлауҙы ойоштороу буйынса колл-үҙәк эшен ойоштороу өсөн яуаплы Анна Сучкова бәйләнешкә сыҡты һәм ағымдағы ваҡытҡа мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы. Бөгөн иртәнән алып 14 сәғәткә тиклем колл-үҙәк 12 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Улар башлыса техник һорауҙар – үҙҙәренең һайлау участкаһының адресы, эш ваҡыты һәм башҡалар. Етди тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. Бөтәһе кисәнән алып граждандарҙан 40 мөрәжәғәт алынған. – Кисә, мәҫәлән, 90 һәм 85 йәшлек тауыш биреүселәр мөрәжәғәт итте, улар тауыш бирергә теләк белдерҙе, тик йәштәре арҡаһында һайлау участкаһына килә алмай ине һәм комиссия ағзаларын өйҙәренә саҡырҙылар. Беҙ теләктәрен үтәнек, улар бурыстарын үтәй алды, – тине Анна Сучкова. Фото: Башинформ.