Табиптар гипертонияны дауалауҙа яңы йүнәлештәр менән танышҡан. Уҡытыуҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы доценты, табип-кардиолог, медицина фәндәре кандидаты Зөлфиә Рөстәмова алып барған. Шулай уҡ дауахананың Инсульт мониторингы үҙәге белгестәре Дүртөйлө ҡалаһының беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһенә ойоштороу-методик ярҙам күрһәткән. Семинарҙы 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Эмма Колчина, нур диагностикаһы бүлеге мөдире Юлиә Минсафина, ойоштороу-методика бүлеге мөдире Гүзәл Ғилемшина үткәргән. Улар инсульт ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стратегиялары хаҡында һөйләгән , инсультты нур менән диагностикалау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән, Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалауҙы һәм дауалауҙы ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан, һәм учр