Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сервисты үҙмәшғүлдәр ҙә ҡуллана ала

Республика эшҡыуарҙар өсөн «Бизнес өсөн мөлкәт» сервисында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү платформаһында булған мөлкәт һаны буйынса алдынғылыҡҡа сыҡҡан. Портал «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә эшләнгән. Мәғлүм булыуынса, ул ил Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта платформала ике меңдән ашыу күсемһеҙ милек объекты һәм бизнес өсөн ер участкалары бар, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сервис эшҡыуарҙарға бөтә кимәлдәге күсемһеҙ милекте һайлап алырға, техник һәм хоҡуҡты билдәләүсе документтар менән танышырға, хоҡуҡ эйәһе менән бәйләнешкә инергә, сауҙала ҡатнашырға ярҙам итә. "Ер участкаларына йәки күсемһеҙ милек объекттарына бәйле мәсьәләләр бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа иң мөһимдәрҙең береһе булып тора, — тип аңлатма бирҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеү финанс ярҙамы менән бер рәттән республикала эшҡыуарлыҡты уңышлы үҫтерергә мөмкинлек бирә». Сервисты шулай уҡ үҙмәшғүлдәр ҙә ҡуллана ала. Тейешле фильтрҙы әүҙемләштергәндә, махсус исемлектәр буйынса күсемһеҙ милек реестрына инеп, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары күрһәткән мөлкәт ярҙамы менән файҙаланырға мөмкин. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.