Һигеҙ йыл эшләү дәүерендә грамоталар һәм наградалар ҙа байтаҡ йыйылған. Уларға тағы ла берәү өҫтәлә. Юғары һөнәри оҫталығы, кешелеклеге өсөн уны Туймазы предприятиеларының береһе Рәхмәт хаты менән бүләкләгән. Быйыл ғинуарҙа предприятиела ғәҙәттән тыш хәл булған. Каскаһыҙ булған предприятие хеҙмәткәре эш ваҡытында ауыр йәрәхәт алған. Дауаханаға уны баш һөйәге һәм йөҙ яралары менән алып килгәндәр, мейеһе лә зыян күргән. Руслан Фәрит улы ике операция үткәргән. Йәрәхәтләнгән ир һауыҡҡан, тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтҡан. – Бындай осраҡтар байтаҡ. Ауыр операцияларҙан һуң пациенттарым аяҡҡа баҫҡас, мин үҙ эшемдән ҡәнәғәтлек кисерәм, – ти Руслан Фәрит улы. Әйткәндәй, 2019 йылда илебеҙҙә Рәсәй Президенты башланғысы менән милли проекттар, шул иҫәптән «Һаулыҡ һаҡлау» (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты старт алды. Ул эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөүҙе, граждандарҙы профилактик тикшереүҙәр менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Республикабыҙҙа был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Фото: Руслан Садиҡовтың шәхси архивынан.