Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәләк булған пар яңы өйләнешкән булған

Кисә хәбәр итеүебеҙсә, М7 трассаһының 1323-сө километрында Чернолес һәм Николаевка ауылдары араһында ҡот осҡос авария була. Һөҙөмтәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Улар араһында яңыраҡ ҡына, 9 мартта никахтарын рәсми теркәгән йәш пар - Глеб менән Татьяна ла була. Йәш пар ғаилә ҡороп та өлгөрмәй, бергәләшеп, бер-береһенә һыйынып ҡына һәләк тә була. Улар машинала артҡы урында ултыра. Йәндәре йәннәттә булһын! Рулдә ҡыҙ ултырған була, әлегә тиклем уның исем-шәрифе асыҡланмаған. Уның янында автомобиль хужаһы була, 2021 йылдан алып ул 100 меңдән ашыу штраф туплаған водитель. Икеһе лә ваҡиға урынында йән биргән. Фото:"Башинформ".