“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һәм кардиологтарҙың, терапевтарҙың, дөйөм практика табиптарының квалификацияһын күтәреү сиктәрендә Өфөлә «Юғары йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе таргет төркөмдәренә медицина ярҙамын камиллаштырыу: клиник тәҡдимдәр һәм аныҡ ғәмәлдәр» мәктәбе үтә. Мәктәптең бурыстары - яңы профессиональ тәжрибә менән уртаҡлашыу, кардиология өлкәһендә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙың хәҙерге аспекттарын яҡтыртыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында, кардиология профилендәге ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү. Спикерҙар булып Башҡортостандың Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса белгестәр ассоциацияһы рәйесе, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, кардиолог, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, медицина фәндәре докторы, профессор, академ