Йылайыр районында ла президент һайлауы әүҙем үтә. Кисә лә, бөгөн дә халыҡ һайлау участкаларына килә, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәй. Беҙҙең коллегабыҙ, "Ауыл уттары" гәзитенең баш мөхәррире Зөбәржәт Ғидиәтова ла ғаиләһе менән мөһим сарала ҡатнашҡан. Ире Илгиз һәм улдары Рамаҙан, ҡыҙҙары Мәликә менән һайлау участкаһына килеп, тауыш биргәндәр. "Бөгөн беҙҙе, ғәҙәттәгесә, будильник тауышы түгел, ә өс йәшлек улыбыҙ Рамаҙандың сағыу тауышы уятты. "Әсәй, атай, тороғоҙ, әйҙә һайлауға киттек!" - тип барыбыҙҙы иртүк уятты, - ти Зөбәржәт Ғидиәтова. - Шулай уҡ оло улыбыҙ Инсаф Өфөлә уҡый, 5-се класта. Уныһы ла, борсолоп, сәғәт һайын "барҙығыҙмы" тип шылтырата. Бына бит ниндәй ышаныслы киләсәк үҫә! Афарин, егеттәр! #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024 Фото: Зөбәржәт Ғидиатованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән