Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡулай ваҡытты һайлағыҙ!

- Рәсәйҙә президент һайлауҙары яңы формула буйынса өс көн дауамында үтә. Был һайлаусыларға иң ҡулай ваҡытты һайларға мөмкинлек бирә, шуға бәйле тауыш биреүселәрҙең күрһәткесе артырға тейеш. Минеңсә, был - һайлаусыларға ҡарата ихтирам билдәһе. Дәүләт һәр кемдең тауышын, фекерен һәм позицияһын билдәләргә теләй. Сергей Семенов билдәләүенсә, һайлауҙа иң мөһиме – һайлаусыларҙың килеүе. - Халыҡ үҙ фекерен белдерергә, власты формалаштырыуҙа ҡатнашырға теләй. Дөйөм алғанда, бөтә позициялар патриотик йүнәлеш менән берләштерелгән, әммә сәйәси ҡарашты тормошҡа ашырыуҙың төрлө варианттары бар. Семенов әйтеүенсә, халыҡтың һайлауҙарға килеүе ил буйынса 70 проценттан ашып китәсәк. Рәсәй Президентын һайлау күп йәһәттән Рәсәйҙең Көнбайыш илдәренең берләшкән көстәре менән ҡатмарлы көрәш алып барыуына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала политолог. Һәм хәҙер илдең позицияһын яҡлаған граждандарҙың йүнәлеше элеккесә ҙур роль уйнаясаҡ. - Был илебеҙгә һәм уның хәҙерге шарттарҙағы позицияһына ҡарата гражданлыҡ хистәрен сағылдырыу, - ти Сергей Семенов. Фото: С. Семеновтың шәхси архивынан.