Рәсәйҙә Президент һайлауҙары әүҙем бара. Ошо хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килгән спикерҙар ҙа һөйләй. Мәҫәлән, Өфөләге 13-сө клиник дауахананың баш табибы Булат Ғарифуллин медицина учреждениеһында бик күп пациенттарҙың Рәсәй Президентын һайлауҙа гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүе хаҡында хәбәр итте. – Беҙ өҫтәмә бюллетендәр аласаҡбыҙ, сөнки тауыш бирергә теләк белдергән пациенттар күп. Һан беҙ көткәндән юғарыраҡ, шуға күрә ошондай ҡарар ҡабул ителде. Дауахана учреждениеларында ваҡытлыса һайлау участкалары тик 17 мартта ғына эшләй, шуға ла беҙгә өҫтәмә бюллетендәр алырға мөмкин, – тип белдерҙе Булат Ғарифуллин. Брифингта сығыш яһаусылар, реанимацияла ятҡан ауыр хәлдәге ауырыуҙар тауыш биреүҙә ҡатнаша алмай, тип белдерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Республикала һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған 135 медицина учреждениеһы бар. Уның 38-е базаһында 67 участка һайлау комиссияһы эшләй, шуларҙың 55-е даими нигеҙҙә, улар поликлиникаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пунктта