“Рәсәй һайлаусыларының өстән бер өлөшө тиерлек үҙ һайлауын яһаған, тип билдәләй ул. Ә Рәсәйҙең Чукот автономиялы округы, Тыва Республикаһы һәм Кемерово өлкәһе кеүек субъекттарында халыҡтың 60 проценттан ашыуы тауыш биреүгә килгән. Иртәнән үк һайлау участкаларында тауыш бирергә теләүселәрҙең байтаҡ булыуын билдәләй эксперт. Шулай уҡ рәсәйҙәрҙең ғаиләләре, дуҫтар компаниялары менән һайлауҙарға барыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала ул. Әлбиттә, тауыш биреү процедураһын боҙоу маҡсатында һөжүмдәр ҙә булды, тип билдәләй Кобыскан. Һүҙ урналарҙы яндырыу, бюллетендәрҙе буяғыс матдәләр менән боҙоу, социаль селтәрҙәрҙәге ялған хәбәрҙәр хаҡында бара. Быларҙың барыһы ла, белгес әйтеүенсә, һайлауҙарҙы дескредитациялауҙан башҡа бер ни ҙә түгел. Һайлау барышына ҡамасауларға тырышыусыларға яза янай. Дөйөм алғанда, Александр Кобыскан әйтеүенсә, илдә тауыш биреү процесы яҡшы кимәлдә ойошторолған. Ул йәмәғәт күҙәтеүселәренең эшен айырыуса билдәләй. Эксперт әйтеүенсә, был тауыш биреү процедураһын асыҡ итергә һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын үтәргә мөмкинлек бирә. Фото: А. Кобыскандың шәхси сәхифәһенән.