Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында блогерҙар ҙа бихисап

Рәсәйҙә Президентын һайлау тыныс, эшлекле режимда бара. Ошо хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килгән сәйәси медиатор Максим Беляев хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда һайлау процесы тыныс үтә. – Рәсәй Президентын һайлау тыныс, ғәҙәти режимда бара һәм, иң мөһиме, һайлаусылар өсөн асыҡ. Был һайлауҙы тарихи тип атарға мөмкин – тәүге тапҡыр өс көн тауыш бирәбеҙ, яңыртылған Рәсәй Конституцияһы буйынса гражданлыҡ бурысын беренсе тапҡыр үтәйбеҙ. Шулай уҡ өйҙә тауыш биреү ойошторолоуы ла үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Сербиянан халыҡ-ара күҙәтеүсе беҙҙә бындай процедуралар юҡ тип әйтте. Күп көнлөк тауыш биреү процесы үҙе үк бәхәсһеҙ өҫтөнлөк булып тора — был халыҡ өсөн уңайлы, – тине Максим Беляев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау барышын 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Улар араһында блогерҙар ҙа бар һәм улар һайлау барышын туранан-тура социаль селтәрҙә сағылдырып тора. Максим Беляев белдереүенсә, йәмәғәт күҙәтеүселәренә блогерҙарҙы йәлеп итеү һайлау

Рәсәйҙә Президентын һайлау тыныс, эшлекле режимда бара. Ошо хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килгән сәйәси медиатор Максим Беляев хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда һайлау процесы тыныс үтә. – Рәсәй Президентын һайлау тыныс, ғәҙәти режимда бара һәм, иң мөһиме, һайлаусылар өсөн асыҡ. Был һайлауҙы тарихи тип атарға мөмкин – тәүге тапҡыр өс көн тауыш бирәбеҙ, яңыртылған Рәсәй Конституцияһы буйынса гражданлыҡ бурысын беренсе тапҡыр үтәйбеҙ. Шулай уҡ өйҙә тауыш биреү ойошторолоуы ла үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Сербиянан халыҡ-ара күҙәтеүсе беҙҙә бындай процедуралар юҡ тип әйтте. Күп көнлөк тауыш биреү процесы үҙе үк бәхәсһеҙ өҫтөнлөк булып тора — был халыҡ өсөн уңайлы, – тине Максим Беляев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау барышын 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Улар араһында блогерҙар ҙа бар һәм улар һайлау барышын туранан-тура социаль селтәрҙә сағылдырып тора. Максим Беляев белдереүенсә, йәмәғәт күҙәтеүселәренә блогерҙарҙы йәлеп итеү һайлау барышының асыҡ барыуын да тәьмин итә. Александр Данилов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024