Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ошо көндәрҙә Ейәнсура,Сибай һәм Әбйәлил яҡтарына гастроль сыҡҡайны. Улар араһында актер Шәһит Хамматов та бар ине. Ул, шаян кеше булараҡ, ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп, үҙе әйтмешләй, "ял минуттарын бушҡа уҙғармайым тип урындағы халыҡты әҙерәк аптыратып алды". Шуның менән бергә яҡшылыҡтар ҙа эшләп, өлкән йәштәгеләрҙе ҡыуандырҙы. "Гастрольдәр ваҡытында Тәлғәт Юнысов миңә аҡса эшләргә наказ биргәйне. Биш-алты һөнәр үҙләштерҙем (флорист булдым, иҙән, һауыт-һаба йыуҙым, Сибай ҡалаһының ҡайһы бер эшҡыуарҙарының тауарҙарына реклама эшләнем. Бик матур ғына сумма йыйылды (ун меңдән күберәк) һәм минең теләк билдәле бер суммаға аҙыҡ-түлек һатып алып, осраҡлы берәй инәйгә тапшырырға ине. Һәм минең был теләгем тормошҡа ашты", - тип яҙҙы актер. Ә ҡалғанын, был эш нимә менән тамамланғанын беҙҙең социаль селтәрҙәге видеояҙманан ҡарағыҙ. Фото һәм видео: https://vk.com/id21193114