Өфөлә эшләгән “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы ҡунаҡ – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мобилизация әҙерлеге һәм медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Хубетова республика биләмәһендә пациенттары 15 марттан 17-нә тиклем Президент һайлауында тауыш бирә алған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары менән таныштырҙы. – Республикала Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған 135 медицина учреждениеһы бар. Уларҙың 38-е базаһында 67 участка һайлау комиссияһы эшләй, шуларҙың 55-е даими нигеҙҙә, улар поликлиникаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, амбулаторияларҙа һәм профилле белем биреү учреждениеларында урынлашҡан. Ваҡытлыса һайлау комиссиялары туранан-тура дауаханаларҙа эшләй, улар 12, – тине Эльвира Хубетова. Ул медицина ойошмаларының стационар дауалауҙа һәр пациентҡа үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдереү мөмкинлеге биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Дауаханаларҙа дежур медицина персоналы һәм пациенттар өсөн һа