Рәсәйҙә Президент һайлауҙары тыныс, эшлекле режимда бара. Ошо хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһаған сәйәси фәндәр кандидаты Николай Евдокимов Башҡортостанда һайлау участкаларына халыҡтың күпләп ағылыуы хаҡында һөйләне. – Әгәр дөйөм Рәсәй кимәлендәге тауыш биреүҙе уртаса иҫәпкә алһаҡ, республикала ул һан юғарыраҡ булыуы күренә. Был сәйәси мәҙәниәт кимәленә бәйле. Бынан егерме йыл элек республикала ауыл ерендә йәшәгәндәр һаны 50 проценттан юғары булһа, әле лә был күрһәткес һаҡлана – 40 процент тирәһе тәшкил итә. Был электорат һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Әле лә халыҡ тауыш биреүҙе дауам итә, бер аҙ һүлпәнлек тойола. Йома көндө халыҡ әүҙем булды, традицион һайлау көнөндә – йәкшәмбелә һайлаусылар әүҙем тауыш бирер тип уйлайым, – тип аңлатты эксперт. Уның фекеренсә, республикала Президент һайлауҙарына килеүҙең йомғаҡлау күрһәткесе 75 проценттан 85 процентҡа тиклем тәшкил итергә тейеш. Николай Евдокимов фекеренсә, был тенденция киләсәктә лә һаҡланасаҡ. – Эле