Найти тему

Республикала һайлау урналарына һөжүм итеү осраҡтары теркәлгән

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова Үҙәк һайлау комиссияһында үткән брифингтағы тауыш биреүҙең беренсе көнөндә, 15 мартта, илдә урналарҙы буяғыс шыйыҡсалар менән боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр иткәйне. Инциденттар Воронеж һәм Ростов өлкәләрендә, Ҡарасәй-Черкесияла теркәлгән. “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова белдереүенсә, Рәсәй Президенты һайлауының беренсе тауыш биреү көнөндә республикала ла ошондай юл менән һайлау барышына ҡамасауларға теләгән кешеләр булған, әммә күңелһеҙ инцидентҡа юл ҡуйылмаған. – Тауыш биреү өсөн йәшникте боҙорға маташтылар, әммә, бәхеткә күрә, барыһы ла ваҡытында туҡтатылды. Был кеше төбәк колледждарының береһендә уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә йәштәр иң мәкерле мәнфәғәттәрҙе яҡлаған намыҫһыҙ кешеләрҙең йоғонтоһона эләгә, — тип аңлатма бирҙе ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ғәмәлдәр өсөн хоҡуҡ боҙоусыларға етди яуаплылыҡ янай. Александр Данилов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024