Тауыш биреүҙең беренсе көнөндә, 15 мартта, илдә урналарҙы буяғыс шыйыҡсалар менән боҙоу осраҡтары була. Үҙәк һайлау комиссияһында үткән брифингтағы инциденттарға комиссия башлығы Элла Памфилова комментарий бирҙе, ҡулға алынғандар быны аҡсаға эшләгәндәрен таныны, тип яҙа РИА Новости. Рәсәй Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәүҙәге һайлау участкаһында ҡатын бюллетендәр өсөн урнаға буяу түгә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ошондай уҡ эпизодтар Воронеж һәм Ростов өлкәләрендә, Ҡарасәй-Черкесияла теркәлгән. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, ҡулға алынғандарҙың береһенә бының өсөн 100 мең һум вәғәҙә иткәндәр. Шул уҡ ваҡытта боҙолған бюллетендәр өсөн яуаплылыҡ тураһында белмәгән. “Шулай итеп, иғтибар менән тыңлағыҙ, был Рәсәй Енәйәт кодексының 141-се статьяһы - һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға йәки комиссия эшенә ҡамасаулау. Биш йылға тиклем яза ҡаралған”, – тип белдерҙе Элла Памфилова. “Быны шул уҡ ҡалыптағы әшәкеләр эшләй, улар 10 мең һумға тимер юлдарҙы, кешеләрҙе шартлата. Улар ҡанлы тингә теләһә ниндәй нәмәне һатырға әҙер, шуға күрә, коллегалар, уяу булығыҙ”, – тине Элла Памфилова үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында (РИА Новсти буйынса цитата). Фото сығанағы: https://t.me/rian_ru/235641 #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024