Бәләбәй районының Аҡбаҫар ауылынан 83 йәшлек Гөлсөм Шафиҡова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләй.«Мин бар күңелемде һалып бәйләйем. Ә яугирҙәр өсөн бигерәк тә. Өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тип кенә теләйем. Минән бер кем дә һораманы, мәжбүр итмәне. Беҙ булмаһаҡ, кем? Яугирҙәребеҙ уларҙы онотмауҙарын, яратыуҙарын һәм өйҙә көтөүҙәрен белһен», — ти Гөлсөм Шафиҡова.Әйткәндәй, инәйҙең ике улы ла Чечня һуғышын үткән, өс ейәне әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ә дүртенсеһе быйыл яҙғы саҡырылышта ил алдындағы бурысын үтәргә юллана. Ошондай инәйҙәр барында яугирҙәргә яу үтеүе еңелерәк булыр, аяҡ-ҡулдары ла йылы йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәрҙә өшөмәҫ! Фото: "Башинформ".