Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар менән осрашыуҙа белдереүенсә, Рәсәй Президенты һайлауында диверсияларға ынтылыу һайлауҙарҙы өҙөү маҡсатын күҙ уңында тота, ә был процестарҙы координациялаған кешеләр тауыш биреү процедураһының легитимлығын шик аҫтына ҡуйырға теләй. – Тауыш биреү йәшниктәрен аңлы рәүештә боҙоу һәм башҡа осраҡтар заказ буйынса бара. Тикшереүҙәр алып барыла, асыҡланыуынса, бының өсөн башҡарыусыларға аҡса түләнә. Бөгөн һайлауҙарҙы боҙоу маҡсатында кешеләрҙе ваҡ диверсияларға әҙерләүсе, һайлау процесының легитимлығын шик аҫтына ҡуйыуға өлгәшеүсе билдәле бер дошман көстәр эшләй. Бының өсөн енәйәтсе, яуыз ниәтенә ҡарап, бер йылдан алып холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелеү йәки ҙур күләмдә штраф түләү, иректән мәхрүм итеү кеүек язаға тарттырылыуы ихтимал. Бында шаяртырға ярамай. Власть нигеҙҙәрен мыҫҡыллау, ҡаҡшатыу экстремизм тип баһалана, — тине Михаил Закомалдин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй, шуға яңылыш аҙымдан үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Александр Данилов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024
Тауыш биреү йәшниктәрен аңлы рәүештә боҙоу заказ буйынса башҡарыла
16 марта 202416 мар 2024
~1 мин