Һуңғы ваҡытта күптәр иртән торғас та йылы, хатта эҫерәк һыу эсергә ғәҙәтләнеп китте. Төрлө дауалаусы бәлзәмдәрҙең шунһыҙ файҙаһы юҡ, тигәнде ишетергә тура килә. Мин үҙем дә элек бүлмә температураһындағы һыуҙы эсһәм, хәҙер ҡайнарыраҡты хуп күрәм, сөнки шулай организмдың уянғанын һиҙәм. Японияла һәм Һиндостанда иртән йылы һыу эсеү оҙон ғүмерлелектең бер сере һанала. Кәйефте күтәрә, хәлде яҡшырта, тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтерә. Ул, ысынлап та, ярҙам итәме, ашҡаҙан-эсәк юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртәме? Мәскәү табибы Алексей Воротников иртән йылы һыу эсеүҙең файҙалы икәнлеген билдәләй. Шыйыҡлыҡ 40-50 градус йылылыҡта булырға тейеш. Ас килеш йылы һыу эсеүҙең файҙаһы: Организмды уятыусы көс булараҡ, метаболизмды яҡшырта. Йәғни матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. Ярты сәғәт эсендә процестың тиҙлеге 20-30 процентҡа арта. Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һала. Йылы һыу ашҡаҙан ферменттарын барлыҡҡа килтереп, аш эшкәртеү процесын яйға һала, кислота кимәлен түбәнәйтә. Шуға к