Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙың тәүге көнөндә халыҡтың 36,66 проценты тауыш бирҙе. Тәүге көнгә төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы йомғаҡ яһаны. Билдәләнеүенсә, 15 мартҡа киске сәғәт 8-гә 1 076 954 кеше тауыш биргән. Асҡын, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш һәм Федеровка райондары 50 процент сиген үткән. Өфөнөң дүрт районы кешеләрҙе ҡабул итеү буйынса лидер булды, улар 40 проценттан ашыу йыйған. Улар – Киров (44,65%), Октябрьский (42,66%), Дим (41,79%), Калинин (41,23%) райондары. Башҡортостан ҡалалары араһында иң күп кеше Ағиҙелдә барған – 43,37%. Алдан хәбәр ителгәнсә, көндөҙгө сәғәт 3-кә, Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һайлаусыларҙың 21,02 проценты тауыш биргән ине. Был ваҡытҡа иң әүҙеме Балтас һәм Миәкә райондары булып сыҡҡан, унда тауыш бирергә һайлаусыларҙың 40 проценты килгән. Ялдарҙа ла – 16 һәм 17 мартта һайлауҙар дауам итәсәк. Бөтә участка һайлау комиссиялары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Фото: ГорОбзор.