Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ колледжы нисек йәшәй?

Колледж директоры Марат Зәһиҙуллин һөйләүенсә, быйылғы уҡыу йылында бында 1300-гә яҡын студент белем ала. Урында электриктар, лаборанттар, аппаратчиктар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы заманса техника менән йыһазландырылған уҡыу кабинеттарын, лабораторияларҙы, оҫтаханаларҙы ҡараны, уҡытыусылар, производствоға өйрәтеү оҫталары һәм студенттар менән аралашты. – Станоктар эшләү менән бәйле булған бик тә кәрәкле һөнәрҙәрҙе һайлағанығыҙ, тип иҫәпләйем. Был тармаҡтың әүҙем үҫешен, яңы предприятиелар төҙөүҙе иҫәпкә алғанда айырыуса мөһим. Улар йәш профессиональ кадрҙарға мохтаж, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru