Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ураҙала кемдәр яңылыша?

Ҡасандыр, Рамаҙан айында, бер танышымды осраттым. Хәл-әхүәл һораша торғас, ул минең ураҙа тотоп йөрөүемде белеп ҡалды ла: ‒ Берәй файҙаһы бармы һуң? – тип һорап ҡуйҙы. ‒ Бар, ‒ тинем һис икеләнмәйенсә. ‒ Ниндәй? ‒ Ахирәттә файҙаһы тейә уның, ‒ тип яуап бирҙем. Танышым ни әйтер икән, тип, ураҙаның был донъяла ла тәнгә, һаулыҡҡа ниндәйҙер яҡшы йоғонтоһо булыуы хаҡында юрый өндәшмәнем. ‒ Ахирәттә?.. – тип бер аҙ ғәжәпләнә бирҙе был, йөҙөнә аңлашылмаусанлыҡ билдәһе сығарып. ‒ Эйе, барыбыҙ ҙа иртәме-һуңмы барасаҡ Ахирәттә... Танышым был хаҡта ни уйлағандыр, бер Аллаһ ҡына белә, әлбиттә. Әммә ул ураҙа хаҡында һүҙҙе оҙайтырға теләмәне. Бына шулай, бик күптәребеҙ, намаҙҙың, ураҙаның донъяуи файҙаһы хаҡында ғына уйлап, ныҡ хаталана. Ғибәҙәттәр тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ намаҙҙың аяҡ быуындарына, ҡан тамырҙарына булған ыңғай тәьҫирен, ураҙаның ҡан баҫымын көйләргә, ашҡаҙанды һәм башҡа ағзаларҙы дауаларға ярҙам итеүен һөйләй башлай бәғзеләр. Бына шундай саҡтарҙа мин һәр саҡ: “Намаҙ зарядка түгел, ураҙаны ла диета тотоу тип һанамағыҙ”, ‒ тип әйтәм. Сөнки был ғибәҙәттәрҙең төп тәғәйенләнеше – кешене Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирештереү. Намаҙ, ураҙа – һәммәбеҙҙең дә Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысы!Уларҙан сәбәпһеҙ баш тартыу – оло гонаһ, вайымһыҙ булған өсөн Ахирәттә һәммәбеҙ яуап бирәсәкбеҙ. Ә Ахирәт тормошоноң барлығына ышанмау – тағы ла ауырыраҡ гонаһ, сөнки ул – иман шарттарының береһен инҡар итеү! “Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана”, ‒ тигән Аллаһ илсеһе. Әгәр кеше ураҙаны ябығыу, һаулығын яҡшыртыу өсөн, ғөмүмән, диета ниәте менән генә тота икән, был ғибәҙәт түгел, ә ни бары ашамай йөрөү була. Аллаһ Тәғәләгә иһә беҙҙең ҡоро асығыуыбыҙ кәрәкмәй. Шуға ла ураҙаны дөрөҫ ниәт менән тотоу мөһим.Авторы - Хәлил Һөйөндөков. Иртәгәгә, 16 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru