Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростехтың станоктар эшләү һәм махсус проекттар буйынса идара итеүсе директоры Семён Яҡупов Стәрлетамаҡтағы “Станоктар эшләү” ғилми-производство берекмәһенә (СТАН-ға инә) барған саҡта ошоно булдырыу перспективаларын тикшерҙе. – Был республикабыҙ өсөн бик мөһим проект. Уны тормошҡа ашырһаҡ, беҙ Рәсәй Федерацияһында иң ҙур станоктар етештереүсе буласаҡбыҙ. Предприятиеның Ростех корпорацияһы контурына инеүе бик шәп – ул бик әүҙем эшләй. Ростехтың бында ҡойоу производствоһы төҙөү буйынса тәҡдимен беҙ хупланыҡ, дәүләт корпорацияһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Яңы цех Рәсәйҙең бөтә станоктар эшләү предприятиеларын тәьмин итәсәк. Был бик ҙур яуаплылыҡ. Асылда, беҙ хәҙерге Рәсәй станоктар эшләүенең киләсәгенә нигеҙ һалабыҙ , – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru