Найти тему
Башҡортостан гәзите

Латыповтар ғаиләһе менән һайланы

Бөгөн, 15 мартта, илебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды. Тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ. Баймаҡ районының Күсей ауылындағы 1048 -се һайлау участкаһы комиссияһы ла үҙ эшен ваҡытында башланы. Иң тәүҙә Рәсәй һәм Башҡортостан республикаһы гимндары яңғыраны. Һайлауға иң беренселәрҙән булып Латыповтар ғаиләһе менән килде. Күсем менән Илүзә икеһе лә Күсей мәктәбендә эшләй, Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы башҡорт һәм рус телдәренән уҡытһа, Күсем - мәктәп хеҙмәткәре. Ҡыҙҙары Гөлүзә әле уҡыусы, улдары Айгиз вахта ысулы менән ситтә эшләй. - Ил өсөн мөһим саранан бер нисек тә ситтә ҡала алманыҡ, шуға тәүге көндә үк беренселәрҙән үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек. Бөгөнгө көндә һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын теүәл үтәргә тейеш тип уйлайым, - ти Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы.Латыповтарға бүләк һәм лотерея тапшырылған. Кем белә, бәлки, тап улар иң шәп бүләкте эләктереп тә алыр?! Фото: Вәсилә Зәйнуллина. #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024