Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тауыш биреүҙә алдынғы райондар билдәле

Илебеҙ Рәсәй Президентын һайлай. Тауыш биреү өс көн бара – 15, 16 һәм 17 март. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, халыҡ иртәндән әүҙемлек күрһәтеп, һайлау участкаларына барҙы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 15 мартта, көндөҙгө сәғәт 15-кә ҡарата Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 21,02 проценты ҡатнашҡан. Өҫтәүенә республиканың ике районында – Балтас һәм Миәкә райондарында һайлау участкаларында тауыш биргән кешеләр һаны 40 проценттан ашҡан, 10 муниципаль районда 30 процентты үткән. Әлшәй, Асҡын, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Федоровка һәм Яңауыл райондарының һайлаусылары ла әүҙемлек күрһәтә. Өфөлә Калинин районы халҡы һайлауға ихласлыҡ күрһәткән – 27,70 процент, Совет районында – 20,51 процент һәм Дим районында 20,18 процент тауыш бирҙе, тип хәбәр итә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц