Ғиниәтулла ҠУНАФИН ХАЛҠЫ РУХИ ДОНЪЯҺЫНЫҢ ОЛУҒ ИМСЕҺЕ ҺӘМ ИЛСЕҺЕ Күренекле фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына – 85 йыл. Халыҡ юҡҡа ғына “ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек” тимәгәндер инде. Ана бит Башҡорт дәүләт университеты коридорҙарында кәүҙәһен туп-тура тотоп, күкрәген кирә, башын саҡ ҡына уң яҡҡа ҡырынайта төшөп, өҙҙөрә баҫып йөрөгән һомғол буйлы, ҡуйы ҡара сәсле вә мыйыҡлы, ҡалын ғына ҡыйғас ҡашы аҫтынан ниндәйҙер бер йылылыҡ вә ихласлыҡ бөркөлөп торған ҡарашлы, мөләйем йөҙлө уҙаманды тап итеүҙәргә лә 53 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Әхмәт Сөләймәнов атлы был инсан өс йыл танк командиры сифатында әрмелә хеҙмәт иткәндән, ошо юғары уҡыу йортонда белем алып, биш йыл туған Бөрйән районындағы Иҫке Монасип, Нәби ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, 1972 йылда университеттың башҡорт әҙәбиәте кафедраһына эшкә саҡырылған икән. Баҡһаң, ул тыуған яғында уҡытыусы булып эшләү менән бер ҡатарҙан башҡорт халҡының топонимик легендалары һәм риүәйәттәренең тарихи ерлеген һәм идея-э