Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тауыш биреү әүҙем бара

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең тәүге көнөндә һайлаусылар әүҙемлек күрһәтте, һайлау участкаларында тауыш бирергә теләгән граждандар ағымы күҙәтелә. Был хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәмәғәт күҙәтеүе буйынса төбәк штабы етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лида Исәргәкова хәбәр итте. – Тауыш биреү әүҙем бара. Ҡайһы бер урындарҙа хатта сираттар барлыҡҡа килгән. Был Нефтекамала, Өфөлә, Күмертауҙа, башҡа айырым муниципалитеттарҙа күҙәтелә. Тауыш биреүҙә өлкән быуын кешеләре айырыуса әүҙем ҡатнаша, – тип билдәләне ул. Ҡайһы бер ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре бергәләп тауыш бирергә ҡарар иткән. Мәҫәлән, Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак етәкселегендәге коллектив эш көнө башланыр алдынан уҡ тауыш биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә 3308 һайлау участкаһы асылды. Тауыш биреү өс көн дауам итә: 15, 16 һәм 17 мартта. Тауыш биреү 8.00 сәғәттә башлана һәм 20.00 сәғәттә тамамлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024