Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тотош коллектив менән һайланылар

Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы ла беренсе көндө үк мөһим сараға ҡушылды һәм һәр кем үҙе лайыҡлы тип тапҡан кандидат өсөн тауыш бирҙе. Иртәнге сәғәт 10-ға тотош коллектив үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйҙы. Сибай филармонияһында урынлашҡан 626-сы һайлау участкаһында тауыш биреүҙә ҡаланың иң әүҙем граждандары бөгөн үк һайлауҙа ҡатнаша. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары эшкә лә килгән, бер юлы үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын да үтәгән. "Ил өсөн мөһим саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы, һәр беребеҙ үҙ тауышын бирҙе, һайлауҙа әүҙем ҡатнашты. Белеүегеҙсә, беҙҙең бер нисә артисыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә. Шуға күрә беҙҙең өсөн иң мөһиме - илебеҙ тыныс булһын, тиҙерәк һуғыш тамамланып, бейеүсе һәм йырсы артистарыбыҙ Сибай сәхнәләрендә сығыш яһаһын. Бының өсөн Рәсәй Президенты һайлауҙары бик мөһим. Беҙ бары тик яҡшылыҡҡа ғына өмөтләнәбеҙ", - ти Сибай артистары. Фото: Сибай КТБ -ы сайтынан.