Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшлекле һөйләшеү булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика советының күсмә ултырышын үткәрҙе. Ул ҡаланың политехник колледжында ойошторолдо һәм урта профессиональ белем биреүгә арналды. – Айырыуса бөгөнгө шарттарҙа кадрҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала, – тине Радий Фәрит улы. – Республикабыҙҙың, ғөмүмән, илебеҙҙең киләсәктәге үҫеше уны һөҙөмтәле хәл итеүгә бәйле. Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә иҡтисад тармағында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү мәсьәләһен мөһим һәм стратегик тип билдәләне. "Кадрҙар" тигән яңы милли проект заманса белгестәр әҙерләүгә йөҙ борасаҡ. Дәүләт башлығы шулай уҡ урта профессиональ белем биреү учреждениеларына ремонт эшләү һәм уларҙы йыһазландырыу мәсьәләләрен тормошҡа ашырыу тураһында әйтте. Федераль һәм төбәк ресурстарын берләштереү айҡанлы, был тармаҡта 2030 йылға хәтлем тәртип урынлаштырасаҡбыҙ. Радий Хәбировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәрҙә урта профессиональ белем танылыу яулай бара. Һәр районда һәм ҡалала тиерлек колледждар эшләй һәм уларҙың филиалдары бар. IX кластан һуң уҡыусыларҙың 60 проценты ошо белем усаҡтарына уҡырға бара. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.