Рәсәй Президентын һайлау Башҡортостанда нисек барыуын халыҡ-ара күҙәтеүселәр күҙәтә. “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәмәғәт күҙәтеүе буйынса төбәк штабы етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лида Исарғаҡова белдереүенсә, республикаға Белоруссия, Ҡаҙағстан, Индонезия, Шри-Ланка, Австрия, Молдова, Сербия, Болгария һәм Гватемала кеүек илдәрҙән вәкилдәр килгән. – Беҙ Рәсәй Федерацияһына халыҡ-ара эксперт-күҙәтеүселәрҙең етерлек күләмдә килеүен аңлай инек, сөнки Бөтә донъяла Рәсәй Президентын һайлауға ҡыҙыҡһыныу бик юғары. Республикабыҙ ҡунаҡтарын бөтә йәмәғәт контроле системаһын ойоштороу масштабы һоҡландырҙы, – тине Лида Исаргакова. Йәмәғәт контроле системаһын ойоштороуҙан тыш, халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлау участкаларында булған милли үҙенсәлелеккә хайран ҡалған. “Кешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик күңелле булды. Мәҫәлән, Урал аръяғында башҡорт кейемдәрендә, төньяҡ-көнбайышта фин-уғыр халыҡтары өсөн традицион кейемдәрҙә килгәндәр. Б