Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш

Бөгөн Өфө районының Шамонин ауылындағы мәктәптә урынлашҡан 3076-сы һайлау участкаһында Резеда менән Азат Мөхәммәтшиндар иң тәүгеләрҙән булып Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға килде. – Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә бурыслы. Башҡортостандың, Рәсәйҙең яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ, - ти улар. Азат Минзаһир улы - Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге етәксеһе. Ә Резеда Миңлеғафар ҡыҙы – “Версаль” баҡса үҙәгенең, “Ҡурай” питомнигының баш агрономы. Улар икеһе лә республикабыҙҙың үҫемлекселек тармағында эшләй. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024