Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшеваға Өфөләге вуз-ара студенттар кампусын күрһәтте. Белеүебеҙсә, Светлана Чупшева Өфөгә “Ил өсөн көслө идеялар» форумына ярашлы рәсми визит менән килде. Министрҙар кабинеты башлығы 2023 йылдың февралендә эшләй башлаған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусының беренсе сиратын төҙөү барышы, шулай уҡ икенсе сиратты төҙөү пландары тураһында һөйләне. - Беҙҙең кампус студенттарҙың энергияһын, ғилми йәмәғәтселекте һәм индустриаль партнерларҙы берләштереүҙе күҙ уңында тотҡан эталон киңлек булып тора. Был бинала барыһы ла берләшкән – буласаҡ кадрҙар, етештереүселәр һәм был эшләнмәләргә үҙ производстволары өсөн заказ биреүселәр. Әгәр Башҡортостан кампустар федераль селтәрен эшләтеп ебәреү буйынса тәүге төбәктәр араһына эләкмәһә, беҙ технологик прогрестан артта ҡалыр инек. Был Президентның бик аҡыллы ҡарары булды. Беҙ был процеста иң тәүгеләрҙең береһе, шуға күрә күп нимәне үҙебеҙ уйлап таптыҡ һәм ғәмәлгә индерҙек, - тип һөйләне Андрей Назаров. - Бөгөн төбәктәрҙә РФ Президенты йөкләмәһе буйынса төҙөлгән кампустар иҡтисад, кадрҙар үҫеше, технологик суверенитет, беҙҙең ил өсөн терәк нөктәләр буласкаҡ. Башҡортостан бик ҡыҙыҡлы проект тәҡдим итте, заказсылар булараҡ төбәктең өс системалы университеты сығыш яһай. Кампус ҙур, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бара, Башҡортостан вуздарын һайлаған күп кенә сит ил студенттарын күрәм. Былар барыһы ла беҙҙең белем биреү тармағының сифатлы, көнәркәшле булыуын раҫлай, - тип билдәләне Светлана Чупшева. Ул шулай уҡ балалар өсөн "Берлога" киберфизика платформаһын кампус базаһына индереүҙе уңышлы һәм үҙенсәлекле башланғыс тип атаны. Белеүебеҙсә, Башҡортостан Милли киберфизик платформаны эшләтеп ебәреүҙең пилот төбәге булды. Кампус базаһында оҫтахана эшләтеп ебәреү - проекттың логик дауамы, техник ижад йәһәтенән үҫергә теләгән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн шартлар тыуҙырыу ул. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru һәм vk.com/agnazarov