Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һис шикһеҙ, был - төп һайлау

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатыны менән Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 109-сы һайлау участкаһында Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Бюллетенде тултырып тапшырғас, Константин Толкачев журналистар менән аралашты. Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, тәүге тапҡыр һайлау өс көн дауамында үтә, был һәр һайлаусыға уңайлы ваҡыт табырға һәм үҙенең конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырырға – илебеҙҙең юғары вазифалы кешеһен һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. – Һис шикһеҙ, был - төп һайлау, сөнки Президент бик күп хоҡуҡтарға эйә һәм уның һөҙөмтәле эшенә дәүләт механизмының эшмәкәрлеге генә түгел, ә бөтә йәмғиәтебеҙҙең үҫеше лә бәйле. Беҙ хәҙер күп өлкәләргә ҡағылған үҙгәрешле мәлдә торабыҙ. Был илебеҙҙең суверенитетын сикләү сәйәсәте менән бәйле, уны коллектив көнбайыш тормошҡа ашыра. Тап суверенитет ил Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә яҙылған Конституция һәм принциптар менән билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең нигеҙе булып тора, – тине Константин Толкачев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 – 17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлайбыҙ. Һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы тауыш бирә ала. Фото: gsrb.ru/ru/press-center #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024