Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәрйәм апай ҡаҙы менән дауаланып йүнәлгән

Туғандар! Зыяны юҡ, файҙаһы тейер, тигән дауалау ысулы бар халыҡта. Ул - ризыҡ менән дауалау. Нервылар ҡаҡшау арҡаһында төрлө сирҙәргә дусар булабыҙ. Шуларҙың береһе - тәнгә сабыртма (сыпь) сығыу. Бер йылы был йән ыҙалатҡыс сир менән яфаланып алғайным инде. Йылдан ашыу. Дауаланыуҙың төрө-ысулы ҡалмағандыр. Аптырағас, халыҡ ысулын барлай башланым. Йылҡы ите. Йылҡы майы. Ҡаҙы. Ҡаҙы бешергән сағым. Бармаҡ башындай майын алдым да ыуа башланым бит йылдан ашыу йонсотҡан сабыртманы... Ентекләп яҙып тормайым: ике тапҡырҙан бөттө. Яҙайым мин был хикмәтте, ҡулланһындар, тип уйлайым да туҡталып ҡалам. Бәлки, икенсе дауалау ысулы ҡушылып шундай мөғжизә булғандыр, тип икеләнә килдем. Бына ғәләмәт! Тағы бер тапҡыр һынап ҡара халыҡ аҡылын, тигәндәй, теге сабыртма тәнгә сыға башланы бит. Һынағас, һынайым инде, тип уйланым да яфаланыуға түҙҙем, бер ниндәй дарыу ҡулланманым, таҙа ҡаҙы эҙләй башланым. Хәләл, тип һаталар ҙа ул... Ышаныслы кешенән алғы килде. Ышанып, күңел тартып торорға тейеш инде ул. Ауылда ла түгелмен. Федоровка районының Батыр ауылынан электән бик яҡын аралашҡан Багаевтарға шылтыраттым. Сабыртма ҡотора. Мин түҙәм. Нисек тә башҡа дауалау ысулы ҡатнаштырмаҫҡа иҫәп. Ниһайәт, Хәлисә һылыу улы Айбулат аша бешереп тороп ҡаҙы ебәрҙе... ...Кешелек донъяһында бар булғандан алып йылҡы малынан айырылмаған башҡортҡа рәхмәт!!! Йылҡы малы торғаны бер мөғжизә! Балаларыма күрһәтеп үткәрҙем тәжрибәне. Аптыраттым. Бөтә тәнде ҡаплай башлаған сабыртма ҡаҙы майына биреште. Бер төн эсендә юҡ булды. Ризыҡ менән дауаланыуҙың зыяны юҡ. Ошо тәжрибәмде ихлас уртаҡлашам. Һүҙемде йыҡмай, ярҙам иткән Багаевтарға оло рәхмәтем! Имен булайыҡ!Ил һаҡлаусы уландарыбыҙға ла, бәлки, тел ярҙамы булыр. Мәрйәм БУРАҠАЕВА. Илүзә Ҡудашева фотоһы.