Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сит ил күҙәтеүселәре эш башланы

Боян Стефанов Чуков – Рәсәй Президентын һайлау көндәрендә Башҡортостан һайлау участкаларында эшләгән ун сит ил күҙәтеүсеһенең береһе. Бөгөн Болгариянан килгән халыҡ-ара эксперт “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура эфирға сыҡты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Боян Стефанов Чуков Үзбәкстан һәм Марокколағы һайлауҙарҙа күҙәтеүсе булып эшләгән. Беҙҙең республикаға иһә беренсе тапҡыр килгән, әммә үҙен өйөндәге кеүек хис итә. Өс көн дауамында Австрия, Шри-Ланка, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән килгән күҙәтеүселәр Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында эшләйәсәк. Тауыш бирергә килергә онотмағыҙ! Рәсәй Президентын һайлау бөгөн башланды һәм 17 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Һайлау участкалалры 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ. Фото: скриншот.