Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡот осҡос аварияла дүрт кеше һәләк булды

Бөгөн иртә менән ҡот осҡос хәбәр билдәле булды: аварияла бер юлы дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария иртәнге алтыла М7 трассаһының 1323-сө километрында Чернолесовский һәм Николаевка ауылдары араһында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса “Тойота Королла” автомобиле водителе юл ыңғайы китеп барған МТЗ “Беларусь” тракторына барып бәрелә. Бынан һуң ул юлдан ауып төшә һәм янып китә. Асыҡланыуынса, еңел машинала дүрт кеше – өс ир-ат һәм бер ҡатын ултырған. Уларҙың бөтәһе лә һәләк булған. Трактор водителенә ярҙам күрһәтелгән. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе емерек машинанан сығарған һәм уны һүндергән. Урынға ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов сыҡҡан. Әлеге ваҡытта тикшереүҙәр бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.