Өс көн дауам итәсәк Рәсәй Президентын һайлауҙың беренсе көнө иртә менән бик ҡыҙыу башланды. Өфө ҡалаһы Зубов ауыл советының биш һайлау участкаһы тейешле сәғәттә һайлаусыларға үҙ ишектәрен асты. Уларҙың икәүһе “Белем” мәғариф үҙәгендә урынлашҡан. Әйткәндәй, урындағы халыҡ ил башлығын һайлауҙы әүҙем һәм ихлас башланы. 3061-се һайлау участкаһы рәйесе, “Белем” мәғариф үҙәге директоры Павел Анатольевич Деркач был һайлауҙың мөһимлеген билдәләп: – Минең өсөн, Рәсәй Федерацияһы гражданы булараҡ, һайлауҙар ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки беҙ ошо ҙур илдең халҡы булараҡ, үҙ ихтыярыбыҙҙы белдереп, үҙ иркебеҙҙә дәүләт башлығын һайлайбыҙ. Йәмғиәтебеҙҙәге сәйәси һәм иҡтисади йүнәлештәр ҙә, беҙҙең артабан ниндәй тормошта йәшәйәсәгебеҙ ҙә беҙҙең ошо һайлауға бәйле. Ә инде һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ, был һайлау ғәҙел, асыҡ һәм тыныс үтергә тейеш, тип иҫәпләйем. Илебеҙ артабан да ыңғай үҫеш кисереп, буласаҡ президент менән барлыҡ маҡсаттарыбыҙҙы һәм бурыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырырбыҙ һәм барыһы ла яҡшы б