Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҫылмалы баҫма оҙаҡ хеҙмәт итһен

Йылға аша һалынған аҫылмалы баҫма – йылға буйында урынлашҡан ауылдар халҡы өсөн бик кәрәкле ҡоролма. Баймаҡ районының Буранбай ауылы Һаҡмар йылғаһы буйында ултыра. Бындағы баҫманы һалыуға 55 йыл булып киткән икән. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы уны яңыртырға ҡарар иткән. Был эштә депутаттар, эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән. - Кисә Буранбай ауылы халҡы күмәк көс менән артабан ҡулланыу хәүефле тип һаналған баҫманы яңыртып эшләне. Изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡушылды. Улар өмәселәрҙе йылы сәй менән һыйланы. Ауыл биләмәһе башлығы Ҡ.Р. Уразбаев баҫма һалыу эшен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Фәннүр Фәррәх улы Аралбаевҡа, депутаттарға, эшҡыуар М.Б. Рәжәповҡа, Б.М. Рәжәповҡа, материал менән ярҙам иткән Н.Ф. Нәүширбановҡа, техника һәм яғыулыҡ материалдары менән тәьмин иткән Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғ.Б. Сәлимовҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Афарин, буранбайҙар! Һәр саҡ шулай бергә һәм берҙәм булығыҙ! Әлеге яңы баҫма һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен! - тип хәбәр итә Баймаҡ телевидениеһы хәбәрсеһе, Буранбай ауылы ҡыҙы Альбина Байегетова. Фотолар: Альбина Байегетованан.