Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҙмышты хәл иткән ваҡиғанан ситтә ҡала алмайбыҙ

Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды. Республика халҡы был сарала ҡатнашыу буйынса әүҙемлек күрһәтә, гражданлыҡ бурысын үтәүе тураһында яҙмалар, постар менән уртаҡлаша. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”ның төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла үҙенең конституцион хоҡуғын үтәгән. “Һайлауҙа ҡатнашыу – ул беҙҙең хоҡуҡ ҡына түгел, гражданлыҡ бурыс та”, – тип белдерҙе ул һайлауҙан сыҡҡҡандан һуң. – Рәсәйҙә һәр ваҡыт үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ хәл иттек, выжданыбыҙ, дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте аңлау, Ватанға һөйөүебеҙ ҡушҡанса эш иттек. Рәсәйҙәрҙе яуаплы гражданлыҡ позицияһы айырып тора, һәр беребеҙ Тыуған илдең яҙмышы тураһында уйлай һәм борсола һәм беҙ яҙмышты хәл иткән ваҡиғанан ситтә ҡала алмайбыҙ, – тине ул. Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы? Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси альбомынан. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024