Сәғәт иртәнге туғыҙынсы ярты булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының 114-се һайлау участкаһында, халыҡ күп кенә ине. Иртә менән башлыса урта йәштәгеләр килгән. Мәҫәлән, Альбина Сиражетдинова ла эшкә барыр алдынан гражданлыҡ бурысын үтәп ҡуйырға ашыҡҡан. – Һайлауға һәр ваҡыт етди ҡараным, уны бер ҡасан да ҡалдырғаным булманы, ғөмүмән, гражданлыҡ бурысымды гел генә намыҫ менән үтәйем, – тип һөйләй Альбина ханым. – Ирем тап бөгөн командировкала булыу сәбәпле, ул һайлауға иртәгә барасаҡ. Әйткәндәй, ике улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа ошо өс көндөң береһендә тауыш бирәсәк. Өфө ҡалаһының Чернышевский урамында урынлашҡан 114-се һайлау участкаһында 1 604 һайлаусы иҫәпләнә. 114-се һайлау участкаһының рәйесе Наталья Шепелева билдәләүенсә, ошо һайлау участкаһында теркәлгәндәр гражданлыҡ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарай. Фото: Илдар Аҡъюлов. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024