Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы мәктәбе төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусылар МХО-нан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан табибә Алһыу Ғибат ҡыҙы менән осрашҡан. "Сыңғыҙ мәктәбендә ауылдашыбыҙ, хәрби хәрәкәт ветерандарының төбәк ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының йәмғиәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов һәм Буранбай ауылының оло йөрәкле, ҡыйыу ҡыҙҙарының береһе, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Алһыу Ғибат ҡыҙы менән осрашыу үтте. Ҡунаҡтарыбыҙҙың сығышын тыңлағандан һуң, уҡыусылар һорауҙар бирҙе. Филиал етәксеһе Рәйлә Базарбай ҡыҙы осрашыуҙы бик йәнле итеп алып барҙы. Бындай осрашыуҙарҙың уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиләүҙә әһәмиәтлелеген билдәләп үтте. Арҙаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов музейына экскурсия, иҫтәлеккә фото төшөү һәм сәй табыны ҡунаҡтарыбыҙҙың күңеленә хуш килгәндер. Шулай уҡ ауылдашыбыҙ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен бүләк-уйынсыҡтар менән ҡыуандырҙы. Сарала ҡатнашҡан Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы махсус хәрби операцияла хеҙмә