Бөгөн ГТО комплексы спорт тормошона ныҡлы үтеп инде һәм уның мөһим өлөшөнә әйләнде. Комплекс 1931 йылда булдырылған һәм 2014 йылда тергеҙелгән. 2019 йылдан ул "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проектына инә. "Өлкән быуын" проекты сиктәрендә ГТО тест үткәреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре 60 йәштән өлкән кешеләр өсөн тест үткәрҙе. Сара Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылының "Стимул" физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙҙы. Көс-дәрт һәм ҡомар менән ҡатнашыусылар ҡулдарҙы иҙәндә ятып бөгөү; гимнастика эскәмйәһендә баҫып торған килеш алға эйелеү; арҡала ятҡан кәүҙәне күтәреү; ике аяҡ менән этәрелеп, оҙонлоҡҡа һикереү һәм ваҡытҡа йөҙөү кеүек нормативтарҙы үтәне. Бынан алдараҡ ГТО-ны һынау үҙәге хеҙмәткәрҙәре Йәрмәкәй районының 60 йәштән өлкәндәре өсөн бындай сараларҙы 8 март, Һыуыҡҡул һәм Спартак исемендәге ауылдарҙа уҙғарғайны. Шулай уҡ китапхана, Мәҙәниәт һарайы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, колледж студенттары һәм уҡыусылар өсөн тест үткәрелде. Февралдә Йәш