Бөгөн, 15 мартта, Башҡортостан Башлығы ҡатыны менән бергә Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ тауыштарын бирҙе. Каринэ һәм Радий Хәбировтар Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында һайланы. – Иң мөһиме-халыҡ тауыш бирә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу ине. Тауыш биреү өс көн дауам итәсәк. Был һайлау, ысынлап та, хәл иткес. Алдағы алты йылда илебеҙҙең үҫешен билдәләйбеҙ. Шул уҡ курс буласаҡ, алға хәрәкәт буласаҡ. Минеңсә, һайлауға барыһы ла әҙер. Иртәнән үк халыҡ һайлау участкаларына бара. Сәйәси сара лайыҡлы, тейешле кимәлдә үтер, тип уйлайым. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: бөтә хеҙмәттәр, бөтә һайлау комиссиялары системаһы уларҙы үткәреүгә әҙер. Беҙ уларҙы яҡшы, йылы шарттарҙа үтербеҙ тип ышанам, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәнге сәғәт 8-ҙә 3308 участка һайлау комиссияһы, шул иҫәптән һайлаусыларҙың ваҡытлыса торған урындарында (дауаханалар, СИЗО, шифаханалар, тимер юл вокзалы) ойошторолған комисси