Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нуриман районында түмәр умартасылығы үҫешәсәк

Нуриман районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы даими үткәрелгән ”Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә муниципалитет биләмәһендә түмәр умартасылығын үҫтереү буйынса проект ҡаралды. Түмәр умартасылығы – ул бал ҡорто ғаиләләрен ағас түмәрҙәрҙә урынлаштырыусы умартасылыҡ системаһы. Был ысул күптән – умарталар булмаған саҡта уҡ уйлап табылған, һәм уларҙың функцияларын түмәрҙәр үтәгән. Улар күберәк бал ҡорттарының тәбиғи йорттарына оҡшаш, унда бөжәктәр үҙ ояларын төҙөү менән шөғөлләнгән. Проект инициаторы туристик маршрут ойоштороу, дегустация зонаһы һәм умарталыҡтың эшен күрһәтеү менән "Баллы ихата" төҙөргә ниәтләй. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса яуаплы белгестәргә ер участкаһын һайлау һәм рәсмиләштереү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде. Район хакимиәте башлығы ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ сәғәте аҙна һайын үткәрелә. Башлап тороусы һәм эшләүсе эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар бирә, йәки бизнес-проекттары менән таныштыра, финанс, милек, консультация һәм башҡа төрлө ярҙам сараларын һорай ала. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/support/business/ Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президентының май указы менән булдырылды. Фото: Нуриман районы хакимиәте.