Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов Яңы Ҡаҙансы ауылындағы 932-се һайлау участкаһында үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Ул тауыш биреүгә хәләл ефете Зәлифә Тәҡи ҡыҙы менән килде. Кашшаф Сәйфит улы әйтеүенсә, бөгөн Асҡын районының. республикабыҙҙың һәм тотош Рәсәйҙең киләсәгенә нигеҙ һалына. Һәр тауыш мөһим, шуға күрә һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә тейеш. Кашшаф Ямалетдинов етәкселек иткән“Танып” шифаханаһының берҙәм коллективы иртә менән һайлауға барып, Рәсәй Президентын һайланы. Был уларҙың ил киләсәгенә битараф булмауы, аңлы ҡарашы һәм мөнәсәбәте тураһында асыҡ һөйләй. Фото: https://askino.info