"Ураҙа ҡалҡан булып тора. Ураҙа тотоусы әҙәпһеҙлектән ары торһон һәм наҙан кешеләй булмаһын. Кемдер уның менән бәхәсләшеп маташһа йәки битәрләй башлаһа, ике тапҡыр: “Мин ураҙаламын!” - тип әйтһен" ("Әл-Бохари"). "Йәнем Уның ҡулында булыусы менән ант итәм, ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ Аллаһ Тәғәлә өсөн хуш еҫле майға ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Һәм Аллаһ: “Ул Минең өсөн аҙыҡтан, эсемлектән һәм теләктәренән баш тарта. Уның был ураҙаһы - Минең өсөн. Һәм Мин бының өсөн әжерен бирәсәкмен. Изге эш өсөн әжер ун тапҡырға күберәк,” - тип әйтә" (әл-Бохари, Мөслим, Әбү Дауд, ибн Мәджә). "Әгәр ҙә кеше алдауын һәм ялғанланыуын туҡтатмаһа, ашауҙан һәм эсеүҙән баш тартыуы Аллаһҡа кәрәкмәй" (Әл-Бохари) "Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмай:1)Ауыҙ асҡансы ураҙа тотоусының2)Ғәҙел хакимдың3)Ҡыйырһытылған кешенең" (Әхмәд, Әт-Тирмиҙи). "Әгәр ҙә кемдер (ураҙа ваҡытында) онотолоп китеп ашап йә эсеп ташлаһа, ураҙаһын артабан дауам итһен. Сөнки, дөрөҫлөктә, Аллаһ уны ашатты һәм эсерҙе" (Әл-Бохари, Мөслим). "Рамаҙа