Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Эшлә!” Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төбәк этабы дауам итә

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында “Эшлә” төбәк фестивале дауам итә. - Беренсе көндә беҙ Башҡортостан вуздарының алдынғы студент клубтарын берләштерҙек, ә бөгөн Бөтә донъя йәштәр фестивале - 2024 -тең төп мәғәнәһен - дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлектең ҡиммәтен - еткереү өсөн йәштәр ойошмалары һәм ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәрен йыйҙыҡ, - тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Сара майҙансығында фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм БР вуздары ректорҙары советы рәйесе, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән осрашты. Улар Башҡортостан йәштәренең төрлө йүнәлеш буйынса үҫешеү идеяларын тәҡдим итте һәм Бөтә донъя фестивале эшенә йомғаҡ яһаны. Фестивалдең икенсе көнө программаһында оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үтте, уларҙы республиканың алдынғы йәштәр берләшмәләре ойошторошто. “Эшлә!” фестивале - Бөтә донъя йәштәр фе

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында “Эшлә” төбәк фестивале дауам итә. - Беренсе көндә беҙ Башҡортостан вуздарының алдынғы студент клубтарын берләштерҙек, ә бөгөн Бөтә донъя йәштәр фестивале - 2024 -тең төп мәғәнәһен - дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлектең ҡиммәтен - еткереү өсөн йәштәр ойошмалары һәм ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәрен йыйҙыҡ, - тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Сара майҙансығында фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм БР вуздары ректорҙары советы рәйесе, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән осрашты. Улар Башҡортостан йәштәренең төрлө йүнәлеш буйынса үҫешеү идеяларын тәҡдим итте һәм Бөтә донъя фестивале эшенә йомғаҡ яһаны. Фестивалдең икенсе көнө программаһында оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үтте, уларҙы республиканың алдынғы йәштәр берләшмәләре ойошторошто. “Эшлә!” фестивале - Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төп мәғәнәһен һәм уның миссияһын барлыҡ Рәсәй төбәктәренә еткереүсе дауамы. Башҡортостан Республикаһы йәштәрҙе үҙенә йәлеп итеү һәм ҡиммәттәрҙе тапшырыу үҙәктәренең береһе булып тора. Фото һәм мәғлүмәт: