Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың баш табиптарына яңы 163 автомобиль асҡысын тапшырҙы. –Беҙ Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын планлы рәүештә яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ уны даими нығыттыҡ, шул иҫәптән атотранспорт менән – ашығыс ярҙам автопарктарын, ауыл дауаханаларын машиналар менән тәьмин иттек. Ә хәҙер республика һәм ҡала медицина учреждениеларына иғтибар бирәбеҙ. Республикала йәшәүселәр оператив медицина ярҙамына иҫәп тота алһын өсөн яңы техника кешеләр файҙаһына эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе үҙебеҙҙә етештерелгән яңы техниканы ҡараны, ул республиканың 61 медицина ойошмаһы өсөн льготалы лизинг программаһы буйынса алынған. “Лада Гранта” маркалы автомобилдәр пациенттарҙы уңайлы шарттарҙа ташыу өсөн тейешле бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. ”Лада Нива Тревел” машиналары алыҫ райондарҙа, айырыуса юл насар булған урындарҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ. Улар борт компьютеры, кондиционер, спутник навигацияһы менән йыһазландырылған. – Бөтә был йылдарҙа табиптар һәм фельдшерҙар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы шулай уҡ яңы транспорт алабыҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙың республика һәм ҡала учреждениелары өсөн лизингка 200-ҙән ашыу автомобиль алдыҡ, шуның 163-өн бөгөн тапшырҙыҡ,– тинеРадий Хәбиров. Илшат Ҡаҙаҡҡолов фотоһы.